Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Сентябрь 2023, 09:14

Халыҡ өсөн дә, район өсөн дә мөһим

Эшҡыуарҙар бөҙрәхана асыу һәм көнкүреш химияһы сараларын етештереү буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға тәҡдим итте.

Ауырғазы районы хакимиәте башлығы үткәргән эшҡыуарлыҡ сәғәтендә Халыҡ мәшғүллеге үҙәге етәксеһе менән берлектә ике яңы проект ҡаралды. Эшҡыуарлыҡ сәғәте “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә кесаҙна һайын үткәрелә.

Эшҡыуарҙар Түбәнге Бәгәнәш ауылында бөҙрәхана асыу һәм Талбазы ауылында көнкүреш химияһы сараларын етештереү буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға тәҡдим итте. Инициаторҙар республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яуаплы программалар сиктәрендә финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт итте.

"Проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн аҙ тәьмин ителгән һәм эшһеҙ граждандарға бюджет аҡсаһын биреү һөҙөмтәлелеге ҡатмарлы тормош хәленән сығыуға, үҙмәшғүллекте тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала. Бындай проекттарҙы ойоштороусыларҙан артабан да эшмәкәрлектәрен киңәйтеүҙе, яңы эш урындары булдырыу һәм һалым түләүҙәре көтәбеҙ”, – тине Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов.

Бизнес-шәрифтәр менән кәңәшләшер, үҙ проекттарығыҙҙы тәҡдим итер өсөн 8-34745-21625 телефоны буйынса шылтыратырға йәки https://investrb.ru/ һылтанмаһы буйынса Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталы аша ғариза бирергә мөмкин.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ауырғазы районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-21/haly-s-n-d-rayon-s-n-d-m-im-3448252
Автор:
Читайте нас: