Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Сентябрь 2023, 09:56

Автопоездар ялға туҡтаны

Акция барышында белгестәр тарафынан 150190 ҡабул итеү ойошторолдо.

Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы тамамланды. Ул ауыл халҡына медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу һәм социаль әһәмиәтле сирҙәрҙе иртә осорҙа асыҡлау маҡсаты менән ойошторолдо.

Алты автопоезд республика тораҡтарына Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Белорет маршруттары буйынса сыҡты. Акция ваҡытында республиканың 55 районы, 316 торағы солғап алынды. Сәләмәтлек үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, күсмә флюорографтар һәм маммографтар, кардиомобиль, стоматология кабинеты, диагностика комплексы сәфәрҙә йөрөнө.

Акция барышында белгестәр тарафынан 150190 ҡабул итеү ойошторолдо, был планға ҡарата 132 процент тигән һүҙ. 41 меңгә яҡын тикшереү үткәрелде. Дүрт меңгә яҡын пациенттың ҡанында – глюкоза, алты меңгә яҡын кешелә холестерин кимәле юғары булыуы билдәле булды. Барлығы 22012 сир асыҡланды, 7383-ө – тәүге тапҡыр. 4139 кешелә социаль әһәмиәтле сирҙәргә шик тыуҙы, шул иҫәптән 258 кешелә – яман шешкә, 985 кешелә – шәкәр диабетына, 12 кешелә – туберкулезға, 2884 кешелә – йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шулар араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡҡа.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-21/avtopoezdar-yal-a-tu-tany-3445633

Автор:
Читайте нас: