Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Сентябрь 2023, 12:02

Балаң бер туҡтауһыҙ йүтәлләһә...

Балалар араһында быума йүтәл менән ауырыу осраҡтары теркәлеп тора. Был йоғошло сир тын юлын зарарлай, көслө йүткереү барлыҡҡа килә. 

Быума йүтәл, икенсе төрлө әйткәндә, сәсәтмә ике йәшкә тиклемге балалар өсөн (айырыуса яңы тыуған сабыйҙар өсөн) хәүефле. Инфекцияның сығанағы – ауырыу кеше йәки сәсәтмә бактерияһын йөрөтөүсе. Ул һөйләшкәндә, ҡысҡырғанда, сөскөргәндә, йүткергәндә йоғоуы ихтимал.

Сирҙең тәүге билдәләре күренгәнгә тиклем 3-15 көн ваҡыт үтеүе мөмкин. Быума  йүтәлдең бронхит, отит, пневмония менән ҡатмарлашыуы  ихтимал.

Быума йүтәл өҙлөгөү, ауыр формалары менән ҡурҡыныс тыуҙыра. Уны ололар  ҙа ауыр үткәрә, һәм ул  ҡорошҡаҡ тотоу, энцефалопатия кеүек етди өҙлөгөүҙәргә сәбәпсе булыуы ихтимал. Бер аҙнанан ашыу йүтәлләгән баланы бактериологик йәһәттән мотлаҡ тикшереү талап ителә.

Ғөмүмән, ауырыу бала даими медицина күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш. Владимир Путиндың “май" указдарына ярашлы, “Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект “Здравохранение”) милли проектына ярашлы, сабыйҙарҙы ваҡытында прививкалау уның сәләмәтлеге өсөн үтә мөһим процедура булып тора. Вакцина яһатҡандар сирҙе еңелерәк үткәрә һәм, бактерия йөрөтөүсе булараҡ, прививка эшләтмәгәндәргә хәүефле булыуҙары ихтимал. Шуға күрә балаларҙың һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйырға, прививка яһатыуҙан баш тартырға ярамай.

Сабыйҙарға прививкалар өс айлыҡ сағынан  1,5 айлыҡ интервал менән өс тапҡыр яһала.18 айлыҡ сағында бер тапҡыр ревакцинация уҙғарыла.

Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, статистикаға ярашлы, вакцинация яһатмаған балалар прививка эшләткәндәргә ҡарағанда йышыраҡ һәм нығыраҡ ауырый. Прививка быума йүтәл йоҡтороу ҡурҡынысын ныҡлы кәметә, бала ауырыған хәлдә лә сир еңелерәк, өҙлөгөүһөҙ үтә.

Быума йүтәлдән бөтә күҙәнәкле вакцина (АКДС) беренсе тапҡыр бынан 70 йыл элек барлыҡҡа килгән.  Уның ярҙамында быума йүтәл  менән  ауырыу осраҡтарын ныҡлы кәметергә мөмкинлек  тыуҙы. Әлеге ваҡытта быума йүтәлгә ҡаршы вакциналар (АКДС, БУБО-КОК) Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) тарафынан сирҙе профилактикалауҙың төп сараһы булараҡ тәҡдим ителә.

В. ДАНИЛОВА,

БР Гигиена һәм пидемиология үҙәгенең Стәрлетамаҡ филиалы табип-эпидемиологы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-20/bala-ber-tu-tau-y-y-t-ll-3445624

Автор:
Читайте нас в