Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Сентябрь 2023, 11:11

Нефтекамаларға – яңы ял урыны

Ул халыҡтың яратҡан паркына әйләнер, тип көтөлә.

Нефтекама ҡалаһында яңы сквер төҙөү буйынса эштәр тамамланыуға бара. “Мираҫ”  картиналар галереяһы янында йәмәғәт киңлеген төҙөү “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса алып барыла.

"Яңы майҙанда халыҡ уңайлы ял итһен өсөн бөтә шарттар булдырыла. Парктың майҙаны һигеҙ мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Бигерәк тә балалар өсөн уйын зоналарына иғтибар бүленә. Скверҙа хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы аттракциондар урынлаштырылыуы көтөлә", – тип һөйләне Нефтекама хакимиәте башлығы урынбаҫары Айрат Ғималетдинов.

Биләмә ҡала халҡының яратҡан урындарының береһенә әйләнер, тип көтөлә. Бында күргәҙмәләр, фестивалдәр һәм башҡа мәҙәни саралар үткәреләсәк. Шулай уҡ скверҙа фото зонаһы һәм велосипедта, скейтта йәки роликтарҙа трюктар башҡарырға яратыусылар өсөн памп-трек асыла.

Билдәле булыуынса, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: национальныепроекты.рф

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-17/neftekamalar-a-ya-y-yal-uryny-3441457
Автор:
Читайте нас: