Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Сентябрь 2023, 11:09

Медицина ярҙамы яҡынайҙы

 Ҡыҫҡа ғына  осорҙа 87 тапҡыр ауылдарға сығып, ике меңдән ашыу  халыҡты ҡабул итергә тура килгән...

Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһында күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты эшен дауам итә. Быға “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының  тәүге звеноны яңыртыу төбәк программаһы ярҙам итте.

Мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты ауыл ерендә йәшәгән кешеләргә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән.Уның эш осоронда 87 тапҡыр ауылдарға сығып, ике меңдән ашыу  халыҡты ҡабул итергә тура килгән. 31 кешелә  шәкәр диабеты, төрлө шештәр, гипертония сирҙәре тәүге тапҡыр асыҡланған.

–Ауыл халҡы медицина ярҙамынан район үҙәгенә барып тормайынса файҙаланыу мөмкинлегенә шатланып бөтә алмай. Күсмә пункт ҡабул итеү кабинеты, аппараттар менән йыһазландырылған, фельдшер менән бергә акушерка һәм шәфҡәт туташы юлға сыға.Шулай итеп, йөҙ кешенән аҙыраҡ халыҡ йәшәгән  ауылдарға медицина ярҙамы яҡынайҙы, диспансерлаштырыу үтеүе еңелләште, – ти дауахананың баш табибы Азамат Ғәлиев.  

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-18/meditsina-yar-amy-ya-ynay-y-3442771
Автор:
Читайте нас: