Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Сентябрь 2023, 10:24

Яҡтылыҡ инсталляциялары ҡуйыласаҡ

Өфөнөң 450 йыллығына арналған фотозона барлыҡҡа киләсәк.

Яҡтылыҡ инсталляциялары ҡуйыласаҡ
Яҡтылыҡ инсталляциялары ҡуйыласаҡ

Өфө туристик кодты проектлауға 213 миллион һум субсидия алды, тип хәбәр итте мэриялағы оператив кәңәшмәлә баҙар, туризм һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау идаралығы начальнигы Рөстәм Хәзиев.

Яҡын арала ҡала үҙәгендә биноклдәр һәм стереоскоптар, яңы туристик-мәғлүмәт үҙәктәре, модуль павильондар – тирмәләр һәм стрит-фуд, мобиль сәхнәләр, Өфөнөң 450 йыллығына арналған фотозона барлыҡҡа киләсәк.

Шулай уҡ республика брендтарына арналған арт-объекттар һәм фотозоналар ҡуйыу планлаштырыла. Өҫтәмә ысынбарлыҡ менән мәғлүмәт элементтары, йәрминкә павильондары, киноэкран, перголалар, саралар үткәреү өсөн аркалар барлыҡҡа киләсәк. Люктарҙың ҡапҡастары стилләштереләсәк, ә хәрәкәтте гранит бағаналар сикләйәсәк.

Ленин урамының йәйәүлеләр өлөшө - "ArtTerria" аллеяһы яңы яҡтылыҡ биҙәлеше аласаҡ. Бынан тыш, ҡала үҙәгендә турист навигация билдәләре һәм яҡтылыҡ инсталляциялары барлыҡҡа киләсәк.

Өфөгә субсидия «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә (национальный проект «Туризм и индустрия гостеприимства») туристик кодты проектлау буйынса конкурс еңеүсеһенә бирелде. Билдәле булыуынса, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фотолар: Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-17/ya-tyly-installyatsiyalary-uyylasa-3441460

Яҡтылыҡ инсталляциялары ҡуйыласаҡ
Яҡтылыҡ инсталляциялары ҡуйыласаҡ
Автор:
Читайте нас: