Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Сентябрь 2023, 10:22

Пенсионерҙарға сертификат бирелә

Быйыл программаны тормошҡа ашырыуға төбәк бюджетынан 2,5 миллион һум бүленгән.

 

Сертификаттың номиналы ике мең һум тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Программала ҡатнашыусы үҙе ниндәй клубта, спорт залында йәки белем биреү ойошмаһында аҡса тотонорға ҡарар итә. Был бейеү, йога, йөҙөү, белем алыу курсы йәки башҡа нәмәләр булыуы мөмкин. Берҙән-бер шарт - ойошма дәүләт сығымдарын ҡаплаусы башҡарыусылар исемлегенә инергә тейеш. Ойошмалар реестры һәм тәҡдим ителгән программалар менән ведомствоның сайтында танышырға мөмкин.

Сертификат алыу өсөн ғариза менән республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалына йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Быйыл программаны тормошҡа ашырыуға төбәк бюджетынан 2,5 миллион һум бүленгән. Сертификаттарҙы 1266 пенсионер алды.

- Сертификатты мин «Сәләмәт йәшәү»үҙәгендә хәтерҙе нығытыу буйынса һигеҙ гимнастика дәресенә тотондом. Бындай ярҙам беҙгә, пенсионерҙарға, бик кәрәк, тип иҫәпләйем, - тип билдәләне программала ҡатнашыусы Любовь Русских.

- Миңә 79 йәш. Күптән спорт менән шөғөлләнергә хыялланам, әммә мөмкинлек булмағайны. Ә бында оло йәштәгеләргә аҡсалата сертификаттар бирелеүен ишеттем. Февралдә Күп функциялы үҙәк аша ғариза бирҙем. Июлдә миңә сертификат алырға мөмкин тип хәбәр иттеләр. Мин тренажерҙарҙа шөғөлләнеү өсөн фитнес-клубҡа яҙылырға булдым. Бөтәһе һигеҙ бушлай дәресем булды, - тип һөйләне Валентина Сюрина.

Программа «Демография» милли проектының "Өлкән быуын" төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото һәм сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2023-09-11/v-bashkirii-bolee-tysyachi-pensionerov-poluchili-sertifikaty-na-ozdorovlenie-i-sport-3430073

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-17/pensioner-ar-a-sertifikat-birel-3441462
Автор:
Читайте нас: