Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Август 2023, 09:05

Әсәйҙәр эшҡыуарлыҡҡа уҡый ала

Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығына, эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарҙың профессиональ йәһәттән үҫеүенә булышлыҡ итеүгә Башҡортостанда айырым иғтибар бүленә.

Әсәйҙәр эшҡыуарлыҡҡа уҡый ала
Әсәйҙәр эшҡыуарлыҡҡа уҡый ала

Республикала 2-6 октябрҙә "Эшҡыуар әсәй" тигән бушлай уҡыу программаһында ҡатнашыу форсаты бар. Ул "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡҡа ярҙам" милли проектына (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") ярашлы тормошҡа ашырыла. Уҡыуҙы Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы булышлығында Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының "Минең бизнесым" үҙәге ойоштора.

- Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығына, эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарҙың профессиональ йәһәттән үҫеүенә булышлыҡ итеүгә Башҡортостанда айырым иғтибар бүленә. "Эшҡыуар әсәй" балалы әсәләргә үҙ эшен асырға һәм үҫтерергә форсат бирә, - тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Проектта декретта ултырған йә бәлиғ булмаған балалары булған әсәйҙәр ҡатнаша ала. Эшҡыуарлыҡ тәжрибәһе талап ителмәй.
Программала ҡатнашыусылар үҙҙәренең бизнес проектын әҙерләп, уны эксперттар алдында яҡларға тейеш. Һәр төбәктә иң яҡшы проекттар - 100 мең һум күләмендә, ә федераль этапта еңеп сыҡҡан ике ҡатнашыусы 1 миллион һумлыҡ ярҙам ала.

Программала ҡатнашырға теләге булғандар мамапредприниматель.рф. сайтында теркәлә ала. Ғаризаны 22 сентябргә ҡәҙәр биреп өлгөрөү зарур.

Шуныһын билдәләргә кәрәк, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡҡа ярҙам" милли проекты, башҡалары кеүек үк, дәүләт етәксеһе В.В. Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Равиля Гатауллина
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-08-27/s-y-r-esh-yuarly-a-u-yy-ala-3407037
Автор:
Читайте нас: