

Ҡырмыҫҡалы районында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Өйәҙән йылғаһы аша күперҙә ремонт эштәре графиктан алда бара. Объект Ҡырмыҫҡалы-Атъетәр автомобиль юлының 23-сө километрында – Александровка ауылы янында Дәүләкән-Толбазы автомобиль юлында урынлашҡан.
– Тәүҙә эштәрҙе 2024 йылда тамамлау планлаштырылғайны. Әммә юлсылар ремонтты етеҙерәк темп менән алып бара. Объектты 2023 йылдың дүртенсе кварталында сафҡа индереү планлаштырыла, – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.
Бөгөнгә бында бағаналарҙы алмаштырыу, аралаш таяуҙарын ремонтлау, шкаф һәм ян-яҡ стеналарын һалыу, күпергә таш түшәү эштәре башҡарылған. Гидроизоляция төҙөү эштәре дауам итә.
2023 йылда Башҡортостанда бөтәһе 26 күперҙе норматив хәлгә килтереү күҙаллана. Уларҙың 13-ө – “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә. 2023 йылда дөйөм оҙонлоғо 802 погон метрлыҡ биш күперҙе файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
Билдәле булыуынса, "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.