

Өфөлә йыл аҙағына тиклем Рабкоров урамындағы 752 метр оҙонлоҡтағы юл участкаһы ремонтлана, был Высотная урамынан алып Степан Кувыкин урамына тиклемге арауыҡ, тип хәбәр итә мэрияның матбуғат хеҙмәте.
Юл эштәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә булдырылған “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги” ) сиктәрендә башҡарыла.
Проект буйынса дүрт һыҙатлы транспорт хәрәкәтен тәьмин иткән автомобиль юлы төҙөү ҡаралған. Шулай уҡ йәйәүлеләр өсөн тротуар һәм велосипедсылар өсөн юл да планлаштырылған.
-Был проектты тормошҡа ашырыуҙың иң ҡатмарлы этаптарының береһе - инжнер коммуникацияларын һәм таяу стеналарын ҡабаттан ҡороу. Был эштәрҙең ҙур өлөшө үтәлде. Ғөмүмән, юл төҙөүселәр йылылыҡ селтәрҙәре һалыуҙы 85 процентҡа, һыу селтәрҙәрен – 50 процентҡа, таяу стеналарын һәм селтәрҙәрен ҡороуҙы 95 процентҡа тамамланы. Бынан тыш, ике километр оҙонлоғонда ямғыр канализацияһы селтәре һалынды, ул быға тиклем юҡ ине, - тинеләр Өфө мэрияһында.
Ер аҫты селтәрҙәрен ҡороу буйынса төп эштәрҙе теүәлләгәндән һуң светофорҙар ҡуйыу, йәмәғәт транспорты туҡталыштарын булдырыу, яҡтыртҡыстар көйләү һәм башҡа эштәр башланасаҡ.
Был сараларҙың иң һуңғы этабы юл билдәләрен ҡуйыу буласаҡ.
Фото: Башинформ.