Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
17 Июль 2023, 05:19

Ете мең хатаны төҙәткәндәр

Был хаҡта “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Ете мең хатаны төҙәткәндәрЕте мең хатаны төҙәткәндәр
Ете мең хатаны төҙәткәндәр

Йыл башынан “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрындағы ете меңдән ашыу хатаны төҙәткән. Был эш республикала “Йәмәғәт мәғлүмәттәренең милли системаһы” дәүләт программаһына ярашлы атҡарыла.

Өҫтәүенә, был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

"Реестрҙа хата табылһа, хоҡуғы булғанға йәки кәрәкле дәүләт органына уны төҙәтеү тураһындағы ҡарар ебәрелә. Был ҡарарҙы ебәргәндән һуң өс ай үткәс, “Росреестр” хеҙмәткәрҙәре Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына үҙгәрештәр индерелә. Йыл башында 19 мең ҡарар ҡабул ителде. Уларҙың ете меңенең реестрҙағы хатаһы төҙәтелде", - тип һөйләне “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.

2023 йыл аҙағына тиклем Башҡортостандағы күсемһеҙ милек объекттары хужалары – граждандар һәм ойошма-предприятиелар өсөн “Росреестр” һәм “Роскадастр” белгестәре Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрындағы 28,5 меңдән ашыу хатаны төҙәтәсәк.

Фото: vk.com/public_to02rosreestr

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-07-16/ete-me-hatany-t-tk-nd-r-3341839
Ете мең хатаны төҙәткәндәр
Ете мең хатаны төҙәткәндәр
Автор:
Читайте нас