Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
4 Июль 2023, 05:20

“Эргәләге тарих” нимә һөйләй?

Бәләбәйҙең Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында махсус программа әҙерләне

“Эргәләге тарих” нимә һөйләй?“Эргәләге тарих” нимә һөйләй?
“Эргәләге тарих” нимә һөйләй?

Бәләбәйҙең Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы “Мәҙәниәт” милли проекты (нацпроекту «Культура») ярҙамында ҡала тарихын өйрәнеү буйынса “Эргәләге тарих” программаһын әҙерләне. Был хаҡта Бәләбәй районы хакимиәтендә хәбәр иттеләр.

“Балалар һәм йәштәр араһында иң популяр экскурсиялар – “Бәләбәй өйәҙе ҡалаһы” һәм “Еңеү салюты”. Экскурсиялар маршрутына Бәләбәй ҡалаһының тарихи өлөшөнә һәм “Ватанды һаҡлаусыларға” мемориаль комплексына барыу, урамдарҙың исемдәре, һаҡланып ҡалған архитектура ҡомартҡылары, үткән һәм хәҙерге Бәләбәй тарихы менән танышыу индерелгән”, — тип һөйләнеләр хакимиәттә.

Йәйәүле экскурсиялар үҫеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләүҙә бик мөһим роль уйнай, эрудицияны үҫтерә, аҡыл даирәһен киңәйтә һәм балаларҙың мәҙәни һәм интеллектуаль кимәлен күтәрә. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, бындай экскурсиялар ҡала тарихына башҡаса ҡарарға мөмкинлек бирә.

“Мәҙәниәт” милли проектының үҙәгендә бөтә ил буйынса мәҙәни байлыҡтар һәм мәҙәни ҡиммәттәр булдырыуҙа ҡатнашыу мөмкинлектәрен арттырыу тора. РФ Президенты Владимир Путиндың инициативаһы менән милли проекттар 2019 йылда старт алды.

Фото: bash.news

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-07-04/erg-l-ge-tarih-nim-yl-y-3326207
“Эргәләге тарих” нимә һөйләй?
“Эргәләге тарих” нимә һөйләй?
Автор:
Читайте нас