Рәсәйҙә “#БЕҘБЕРГӘ” халыҡ-ара премияһына старт бирелде. Ойоштороусылар 14-17 йәшлек үҫмерҙәрҙе бәйгелә ҡатнашырға саҡыра. Был конкурста Рәсәй биләмәһендә социаль әһәмиәтле проекттарҙы ғәмәлгә ашырған мәктәп уҡыусылары, колледж, юғары уҡыу йорто студенттары ҡатнаша ала.
«Ирекмән» категорияһында 14-17 йәшлек ҡатнашыусыларға «Тәүге аҙым» һәм «Хеҙмәт менән өйрәтеү» номинацияларының береһендә ғариза бирергә тәҡдим итәләр.
Теркәлеү 15 майға тиклем премия.мывместе.рф сайтында үтә. Премияның дөйөм приз фонды – 90 миллион һум. Еңеүселәргә 1 миллион һумға тиклем аҡсалата премия бирелә. Шулай уҡ егеттәр һәм ҡыҙҙар йәмәғәт танылыуына, ил етәкселегенән махсус Рәхмәт хатына эйә буласаҡ, уларға Рәсәй буйлап сәйәхәт һәм «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы үткәргән конкурстарҙа өҫтәмә балдар һ.б. ҡаралған.
Финалсылар үҙ проекттарын Мәскәүҙәге сарала яҡлай. Шулай уҡ Премия еңеүселәре ойоштороу комитеты ағзалары, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ил етәкселеге иҫәбенән остаз һайлай ала.
Йәштәрҙең башланғыстарын тормошҡа ашырыуға юл асҡан бындай конкурстар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: kremlin.ru