Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Май 2023, 09:43

Бөрө эшҡыуарының үҙенсәлекле бизнесы

Дмитрий Зырянов һан менән идара ителеүсе станоктар етештереү менән шөғөлләнә.

Бөрө эшҡыуарының үҙенсәлекле бизнесы
Бөрө эшҡыуарының үҙенсәлекле бизнесы

Бөрө ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. 

Үҙенсәлекле бизнесты Бөрө эшҡыуары Дмитрий Зырянов асҡан. Ул һан менән идара ителеүсе станоктар етештереү менән шөғөлләнә. Йүнсел үҙ эшен 2019 йылда гаражындағы ҙур булмаған оҫтахананан башлай. Токарь станоктары ҡуйған һәм металдан тәүге деталдәрҙе юнған.

Йылдан-йыл бизнесы киңәйә. Гаражда урын етмәгәнлектән, эшҡыуар атаһынан мираҫ булып ҡалған яңы майҙандарҙы биләй. Шуның менән бергә үҙен яңы эштә - һан менән бирелгән станоктарҙы йыйыуҙа һынап ҡарарға була.

Яңы иҡтисади шарттарҙа, ил импортты алмаштырыу рельстарына аяҡ баҫҡас, бындай станоктар айырыуса талап ителә. Үҙ цехтарында Дмитрий Зырянов һыҙымдар эшләй, билдәле етештереүселәрҙән деталдәргә заказ бирә һәм һуңынан әйберҙәрҙе заказ буйынса йыя.

Эшҡыуар эшләгән станоктар сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында талап ителә. Юғары сифат һәм сағыштырмаса түбән хаҡ уларҙы конкурентлыҡҡа һәләтле итә.

Эшҡыуар киләсәктә производство майҙандарын киңәйтергә ниәтләй. Бөрө районы хакимиәтендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә яңы цехты биш мең квадрат метрға тиклем ҙурайтып төҙөү буйынса инвестиция проектын һәм уның өсөн ер бүлеү тикшерелгән.

Дмитрий Зыряновтың үҙенсәлекле эше ҡыҙыҡлы идеялары булғандар өсөн бар нәмә лә мөмкин булыуын дәлилләй. Республика тап шундай йүнселдәргә ярҙам итә лә инде. Башҡортостанда бик күп эшҡыуарҙар бының тап шулай булыуын үҙ күҙҙәре менән күреп инанды.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-05-09/b-r-esh-yuaryny-ens-lekle-biznesy-3250964

Бөрө эшҡыуарының үҙенсәлекле бизнесы
Бөрө эшҡыуарының үҙенсәлекле бизнесы
Автор:
Читайте нас: