Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Март 2023, 09:13

Юлдар күҙгә күренеп яҡшыра

Уларҙың сифаты нормативтарға яуап бирергә тейеш.

Юлдар күҙгә күренеп яҡшыра
Юлдар күҙгә күренеп яҡшыра

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект "Безопасные и качественные автомобильные дороги") һөҙөмтәләре буйынса сифаты яғынан нормаға тап килгән юлдар Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында 79,4 процентҡа етте.

Был 2021 йыға ҡарағанда һигеҙ процентҡа күберәк. Төбәк әһәмиәтендәге юлдар 1,1 процентҡа яҡшырған. 2021 йыл аҙағына республикалағы 1151 километр юл нормативтарға яуап бирһә, 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса был күрһәткес 1328 километрға етте.

Быйыл төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙың норматив буйынса булғандарын 57 процентҡа еткереү планлаштырыла, ә ҙур ҡалаларҙа ул 80 процентҡа етергә тейеш.

Билдәле булыуынса, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылды. Улар илдең барлыҡ тармаҡтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән. "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты водителдәрҙең һәм пассажирҙарҙың именлеген хәстәрләүгә, юлдарҙың торошон яҡшыртып, ғүмерҙәрҙе һаҡлауға булышлыҡ итә, ыңғай һөҙөмтәләр бар, ти был өлкә белгестәре. 

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-03-12/yuldar-k-g-k-renep-ya-shyra-3174057
Юлдар күҙгә күренеп яҡшыра
Юлдар күҙгә күренеп яҡшыра
Автор:
Читайте нас: