Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Март 2023, 09:14

Тағы бер районда ФАП төҙөлә

Быйыл Башҡортостанда  75 яңы ФАП асыу планлаштырылған

Тағы бер районда ФАП төҙөлә
Тағы бер районда ФАП төҙөлә

Был ауылдағы фельдшер-акушерлыҡ пунктының иҫке бинаһы һүтеп алынасаҡ һәм унда яңы модулле пункт ҡуйыласаҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылындағы был яңы ФАП Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект «Здравоохранение») сиктәрендә төҙөлә.

Бөгөн урындағы халыҡтың әүҙем ярҙамы менән ошо биләмәне төҙөлөш өсөн әҙерләү эше бара. Тиҙҙән бында нигеҙ конструкциялары ҡуйырға йыйыналар.

“Был – беҙҙең районда һуңғы йылдарҙа ҡуйыласаҡ алтынсы ФАП. Яңы бинала индивидуаль йылытыу һәм һыу үткәргес буласаҡ. Ул ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге бирәсәк тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Фельдшер-акушерлыҡ пункты 424 кешене хеҙмәтләндерәсәк”, – ти Толбазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Роберт Иштуҡов.

Быйыл Башҡортостанда  75 яңы ФАП асыу планлаштырылған.

Фото: “Башинформ”.  

Автор:Рәшит Кәлимуллин
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-03-11/ta-y-ber-rayonda-fap-t-l-3172389
Тағы бер районда ФАП төҙөлә
Тағы бер районда ФАП төҙөлә
Автор:
Читайте нас: