Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Март 2023, 09:11

Баҡсасылар иғтибарына!

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец нимәләр хаҡында хәбәр итте?

Баҡсасылар иғтибарына!
Баҡсасылар иғтибарына!

Башҡортостанда баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәр комплекслы кадастр эштәренә үҙаллы заказ биргәндә субсидияға өмөт итә ала. Башҡортостан Хөкүмәтенең 2021 йылдың 16 июнендә ҡабул ителгән ҡарарына ярашлы, сығымдарҙы кире ҡайтарыуға субсидия күләме 90 процент тәшкил итә. Был хаҡта “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец Башҡортостандың Баҡсасылар союзы рәйесе Ринат Миһранов менән осрашыуҙа хәбәр итте.

- Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрын көнүҙәк мәғлүмәттәр менән тултырыу, ер менән бәйле бәхәстәр һанының кәмеүе, бюджет иҫәбенә ер участкалары сиктәрен аныҡлау менән бәйле 2018 йылдан республикала комплекслы кадастр эштәре атҡарыла. Шулай итеп, 2022 йылда Өфө һәм Күмертау ҡалаларындағы һигеҙ баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәте участкалары сиктәре аныҡланды. Быйылға ошондай эштең Өфө ҡалаһы һәм Өфө районындағы алты баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәтендә атҡарыуҙы планлаштырҙыҡ, - тип белдерҙе Петр Клец.

Идаралыҡ етәксеһе баҡсасылар һәм дачала йәшәүселәр өсөн ҡануниәттәге үҙгәрештәр тураһында ла һөйләне. Ул “Дача амнистияһы2.0” законының хоҡуҡи аспекттары тураһында аңлатты. Был закондың ер участкаларын һәм өйҙәрҙе, хоҡуҡты теркәгәнә документтары булмаған осраҡта ла, ябай тәртиптә рәсмиләштереү мөмкинлеге тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ баҡсасыларҙы һәм баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәренең күсемһеҙ милек объекттарын рәсмиләштергәндә юлыҡҡан проблемаларҙы телгә алды һәм уларҙы хәл итеү юлдары тураһында әйтте.

Петр Клец баҡсасылыҡ ширҡәттәре вәкилдәренең “Росреестр мәктәбе”ндә уҡыу курсын үтеү мөмкинлеге хаҡында телгә алды. Был мәктәп Башҡортостан дәүләт аграр университетында ойошторолған. Уның маҡсаты – күсемһеҙ милекте законлаштырғанда квалификацины күтәреү. Ә был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: barnaul.olan.ru

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-03-13/ba-sasylar-i-tibaryna-3174389
Баҡсасылар иғтибарына!
Баҡсасылар иғтибарына!
Автор:
Читайте нас: