Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Март 2023, 12:07

Маҡсат – экспорт ҡеүәтен арттырыу

Программаның беренсе модуле 15 мартта башлана

Маҡсат – экспорт ҡеүәтен арттырыу
Маҡсат – экспорт ҡеүәтен арттырыу

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы Рәсәй экспорт үҙәгенең экспорт мәктәбе менән берлектә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында (национальный проект “Производительность труда и поддержка занятости”) ҡатнашҡан предприятиеларҙың экспорт ҡеүәтен арттырыу өсөн тәғәйенләнгән “Экспорт үҫеше акселераторы” программаһын тормошҡа ашыра. Программаның беренсе модуле 15 мартта башлана. Республика предприятиелары унда ҡатнаша ала.

– Программаның һөҙөмтәлелеге элегерәк программала ҡатнашҡан предприятиеларҙың килешеүҙәре менән раҫлана. 2019–2022 йылдарҙа унда 700-ҙән ашыу предприятие ҡатнашҡан, шуларҙың 25 проценты 16,8 миллиард һумдан ашыу күләмдә 392 экспорт килешеүе төҙөгән, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева “Экспорт үҫеше акселераторы” программаһының төп маҡсатын билдәләне.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: foreign.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/418793#scroll

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-03-10/ma-sat-eksport-e-ten-arttyryu-3171969
Маҡсат – экспорт ҡеүәтен арттырыу
Маҡсат – экспорт ҡеүәтен арттырыу
Автор:
Читайте нас: