Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Март 2023, 10:08

Хаталар бушлай төҙәтелә

Ә улар табылған осраҡта милек хужаһының адресына йәки тейешле органдарға уны төҙәтеү тураһында ҡарар ебәрелә.

Хаталар бушлай төҙәтелә
Хаталар бушлай төҙәтелә

2023 йыл аҙағына тиклем Башҡортостандағы күсемһеҙ милек объекттары хужалары – граждандар һәм ойошма-предприятиелар өсөн “Росреестр” һәм “Роскадастр” белгестәре Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрындағы 28,5 меңдән ашыу хатаны төҙәтәсәк. Бындай эш республикала “Киңлек мәғлүмәттәре милли системаһы” дәүләт программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Өҫтәүенә, был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

- 2022 йылда белгестәребеҙ тарафынан милекселәр мәнфәғәтенә Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрындағы 10 меңдән ашыу реестр хаталары бөтөрөлдө. Быйыл өс тапҡырға күберәк – 28,5 мең тирәһе хатаны юҡҡа сығарыу ҡаралған, - тип һөйләне “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.

Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, реестр хатаһы табылған осраҡта милек хужаһының адресына йәки тейешле органдарға уны төҙәтеү тураһында ҡарар ебәрелә. Ошонан һуң өс ай ваҡыт үткәс, “Росреестр” хеҙмәткәрҙәре Берҙәм дәүләт реестрына үҙгәрештәрҙе индерә. Йыл башынан алып реестр хаталарын төҙәтеү тураһындағы дүрт мең ҡарар әҙерләнгән. “Росреестр” сайтындағы шәхси кабинетта мәғлүмәттәрҙең яңыртылыу-яңыртылмауын асыҡларға була.

Фото: co-grad.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-03-05/hatalar-bushlay-t-tel-3166221
Хаталар бушлай төҙәтелә
Хаталар бушлай төҙәтелә
Автор:
Читайте нас: