Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Март 2023, 10:06

Балалар һаулығын хәстәрләп

Өфөлә балалар гематология һәм онкология үҙәге төҙөлә.

Балалар һаулығын хәстәрләп
Балалар һаулығын хәстәрләп

Республикабыҙ баш ҡалаһында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә (национальный прокт «Здравоохранение»)  балалар клиника дауаханаһы биләмәһендә балалар гематология һәм онкология үҙәге төҙөлә.

Яңы үҙәктә бәләкәй пациенттарға онкология ярҙамының барлыҡ төрҙәре күрһәтеләсәк. Унда онкология, гематология, иммунология бүлектәре урынлаштырыла, шулай уҡ көндөҙгө стационар, реанимация бүлексәһе менән операция блогы, арҡа мейеһен күсереп ултыртыу, үҙәк стерилләштереү бүлексәләре, аҙыҡ блогы, ашхана, буфет булдырыла.

Аҙна һайын оператив кәңәшмәләр уҙғарыла, унда биналарҙы биҙәү, медицина ҡорамалдарын ҡороуҙы иҫәпкә алып электр үткәреү хәл ителә. Бөгөнгө көндә пациенттар һәм ҡунаҡтар өсөн эске логистика мәсьәләһе ҡарала.

Балалар һаулығын хәстәрләү – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаттарының береһе. Милли проект балалар поликлиникаларында киңлекте дөрөҫ ойоштороуҙы, яңы балалар дауаханалары һәм айырым корпустар төҙөүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды.  

 Фото: bash.news

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-03-05/balalar-auly-yn-h-st-rl-p-3166223
Балалар һаулығын хәстәрләп
Балалар һаулығын хәстәрләп
Автор:
Читайте нас: