Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Февраль 2023, 14:35

Яңыртылған кинозалдар буйынса алдынғыбыҙ

Былтыр 10 кинозал заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.

Яңыртылған кинозалдар буйынса алдынғыбыҙ
Яңыртылған кинозалдар буйынса алдынғыбыҙ

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙ – яңыртылған кинозалдар һаны буйынса илдә алдынғыларҙың береһе. Былтыр төбәктә – 10, ә милли проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып (2019 йылдан) 29  яңыртылған кинозал асылды. Өфөлә уҙғарылған ведомство коллегияһының киңәйтелгән ултырышында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙенең сығышында ошо турала һөйләне.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Мәҙәни мөхит” төбәк проектына ярашлы, йыл дауамында 10 кинозал заманса ҡорамал менән йыһазландырылған. Улар – Ҡалтасы районының Красный Холм һәм Ҡалтасы ауылдары, Шишмә районының Шишмә ҡасабаһы, Ауырғазы районының Талбазы, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ, Учалы районының Учалы, Әбйәлил районының Асҡар ауылдары, Межгорье ҡалаһы (2 зал) һәм Белорет районының Инйәр ауылында.

– “Мәҙәниәт” милли проекты өлкәне яңыртыу йәһәтенән төп таянысты тәшкил итә. Былтыр милли проектҡа 1,8 миллиард һум йүнәлтелгән, уның 635 миллион һумы – федераль бюджет аҡсаһы. Мәҙәниәт министрлығы тарафынан бөтә аҡса 100 процентҡа үҙләштергән, – тине Әминә Шафиҡова.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/406590#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-02-21/ya-yrtyl-an-kinozaldar-buyynsa-aldyn-yby-3151268
Яңыртылған кинозалдар буйынса алдынғыбыҙ
Яңыртылған кинозалдар буйынса алдынғыбыҙ
Автор:
Читайте нас: