Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Февраль 2023, 11:15

Шишмә заводы май сығарыу күләмен арттыра

Ул етештереү объекттарын яңыртыуға 137 миллион һум инвестиция йүнәлткән.  

Шишмә заводы май сығарыу күләмен арттыра
Шишмә заводы май сығарыу күләмен арттыра

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр Шишмә май экстакцияһы заводы етештереү объекттарын яңыртыуға 137 миллион һум инвестиция йүнәлткән. Һөҙөмтәлә предприятиела етештереү күләме артҡан, эш барышында юғалтыуҙар кәмегән. 2022 йылда унда 40,5 мең тонна рапс орлоғо эшкәртелгән, 17,5 мең тонна май етештерелгән. Был элгәре йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк.

– Беҙ аҙыҡ-түлек етештереүҙе байтаҡҡа арттырыу бурысын ҡуйҙыҡ, Башҡортостандың аҙыҡ-түлек сәнәғәтен үҫтереү программаһын тормошҡа ашырабыҙ, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Эшкәртеү сәнәғәте объекттарын төҙөү һәм яңыртыу буйынса инвестиция проекттары ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеүҙе тәьмин иткән төп шарт. Производствоны даими яңыртҡан һәм ҡеүәттәрен арттырған, бер үк ваҡытта төбәктә агросәнәғәт продукцияһын күпләп экспортҡа сығарған Шишмә май экстракцияһы заводы тармаҡтағы башҡа предприятиелар өсөн өлгө булырлыҡ.

Заводтың төп продукцияһы – көнбағыш майы. Былтыр 117 мең тонна май сығарғандар бында. Шул уҡ ваҡытта предприятие һуңғы йылдарҙа рапс майы етештереү күләмен дә арттыра. Уны нигеҙҙә Ҡытайға оҙата. Әйткәндәй, февраль аҙағына тиклем рапс майы тейәлгән ике тимер юл составы Ҡытайға юлланасаҡ.

Мәғлүм булыуынса, был йүнәлештәге эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ярашлы тормошҡа ашырыла.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: agriculture.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/395401#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-02-01/shishm-zavody-may-sy-aryu-k-l-men-arttyra-3127173
Шишмә заводы май сығарыу күләмен арттыра
Шишмә заводы май сығарыу күләмен арттыра
Автор:
Читайте нас: