Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Февраль 2023, 11:05

Ипотекаға ҡағылышлы яҡшы яңылыҡ бар

  Был хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

Ипотекаға ҡағылышлы яҡшы яңылыҡ бар
Ипотекаға ҡағылышлы яҡшы яңылыҡ бар

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә эшләгән белгестәр өсөн ташламалы ипотека программаһы шарттарын йомшартыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Был документ тармаҡтағы күп кенә хеҙмәткәрҙәргә яңы шарттарҙа торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә булышлыҡ итәсәк.

- Ташламалы кредиттан һалым ташламаһына эйә булған һәм аккредитацияланған ғына түгел, ә барлыҡ аккредитацияланған IT-компаниялар файҙалана аласаҡ. Үҙгәрештәр хеҙмәткәрҙәре ташламалы ипотека кредитын рәсмиләштерә алған компаниялар һанын 1,5 тапҡырға арттырыу мөмкинлеген бирәсәк, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ташламалы ипотеканан файҙаланыусыларҙың йәш диапазоны ла киңәйгән. Хәҙер бындай кредитты 18-ҙән 50 йәшкә тиклемге белгестәр алыу хоҡуғына эйә. Быға тиклем был хоҡуҡтан 22-нән 44 йәшкә тиклемгеләр генә файҙалана ине.

Белгестәрҙең минималь эш хаҡы буйынса ла үҙгәрештәр бар: был күрһәткес айына халҡы миллион булған ҡалаларҙа йәшәүселәр өсөн – 150 меңдән 120 мең һумға тиклем, ҡалған биләмәләрҙә йәшәүселәр өсөн 100 меңдән 70 мең һум тәшкил итә. Өҫтәүенә, эш хаҡының минималь күләме төп эш урыны ғына түгел, башҡалары ла буйынса иҫәпләнә ала. Тик шулай уҡ аккредитацияланған IT-компания булырға тейеш.

Бынан тыш, хеҙмәт стажына ҡағылышлы ла яңылыҡтар бар. Хәҙер ипотеканы рәсмиләштергәндән һуң белгескә кредитты түләүҙең барлыҡ осоронда түгел, аккредитациялнаған компанияла биш йылдан кәм түгел эшләү ҙә етә.

Үрҙә әйтелгәндәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: domsevas.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-02-02/ipoteka-a-a-ylyshly-ya-shy-ya-yly-bar-3127508
Ипотекаға ҡағылышлы яҡшы яңылыҡ бар
Ипотекаға ҡағылышлы яҡшы яңылыҡ бар
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: