Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Февраль 2023, 11:08

Белемде камиллаштыралар

Республиканың төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәренән һәм беренсел ҡан тамырҙары бүлексәләренән бер төркөм белгестәр Ҡазан дәүләт медицина университетына белемен камиллаштырыуға йүнәлгән.

Белемде камиллаштыралар
Белемде камиллаштыралар

Волга буйы федераль округының баш штаттан тыш ангионеврологы Д.Р. Хәсәнова етәкселегендәге неврология һәм нейрохирургия кафедраһында Башҡортостан табиптары "Инсульт менән ауырығандарҙы киҫкен осорҙа дауалау процесының заманса протоколдары" курсында квалификацияһын күтәрәсәк. Баш ҡаланың Ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһынан өс белгес ҡатнаша.

Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа  йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәшеү системаһы етди яңырыу кисерә. Ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы, Рәсәйҙә 140 ҡан тамырҙары үҙәге һәм 469 беренсел ҡан тамырҙары бүлектәре заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ.

Тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр ҡулланыу кимәлен кәметеү; дөрөҫ туҡланыуҙы, сәләмәт тормошто, физик әүҙемлекте пропагандалау, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре ваҡытында тәүге ярҙам күрһәтеү нигеҙҙәре хаҡында белем таратыу – быларҙың барыһы ла инсульт һәм инфаркттарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.

Милли проектты тормошҡа ашырыу нигеҙендә ҡан тамырҙарына бәйле сирҙәрҙән үлем кимәле дүрт тапҡырға кәмергә тейеш.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: www.бсмп-уфа.рф

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-02-02/belemde-kamillashtyralar-3126619
Белемде камиллаштыралар
Белемде камиллаштыралар
Автор:
Читайте нас: