Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Ғинуар 2023, 10:14

Яңы рекорд ҡуйҙылар

Быға тиклем тарихта бындай хәл күҙәтелмәгән

Яңы рекорд ҡуйҙылар
Яңы рекорд ҡуйҙылар

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура минитстрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса республикала торлаҡты сафҡа индереү буйынса рекорд ҡуйылған. Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр төбәктә 3 миллион 62 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Республикала сафҡа ингән торлаҡ торлаҡ кимәле, 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 105 процентҡа артҡан.

- Тармаҡҡа күрһәтелгән дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә 2022  йыл төҙөлөш йәһәтенән Башҡортостан тарихында быға тиклем күҙәтелмәгәнсә уңышлы булды. Киләһе йылдарҙа күрһәткестәрҙе кәметмәҫкә кәрәк, - тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Әйткәндәй, шәхси төҙөүселәр иҫәбенә сафҡа индерелгән торлаҡтың 1 миллион 922 мең квадрат метры тура килә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото:  news.myseldon.com

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-30/ya-y-rekord-uy-ylar-3123269
Яңы рекорд ҡуйҙылар
Яңы рекорд ҡуйҙылар
Автор:
Читайте нас: