Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Ғинуар 2023, 10:10

Утыҙ аҙым урынына – туғыҙ...

Башҡортостанда һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән 13 амбулатор онкология ярҙамы үҙәге булдырылған.

Утыҙ аҙым урынына – туғыҙ...
Утыҙ аҙым урынына – туғыҙ...

Яман шешкә ҡаршы көрәшеү өсөн республикала күрелгән саралар, медицина учреждениеларының матди базаһын нығытыу тураһында йыш яҙабыҙ. Уларҙың береһе лә буш һүҙ түгел, барыһы ла - аныҡ эштәр.

Мәҫәлән, Республика онкология диспансерында дауалау курсын ни бары туғыҙ аҙымда үтеү мөмкинлеген биргән яңы заманса аппарат эш башланы. Иҫке моделдәрҙә дауалау утыҙ этапҡа (!) һуҙылған булған. Республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, Рәсәйҙә етештерелгән “Halcyon” нур терапияһы системаһы алынды. Яңы ҡорамал онкология сирҙәренә дусар ауырыуҙарҙың 80 процентын һауыҡтырыр һәм тормош сифатын яҡшыртыр, тип өмөт ителә.

“Яңы ҡорамалдың “күҙе” лә зирәгерәк, рентген системаһы шешкә нурҙы аныҡ төбәй. Туҡымаға тәрән үтеп инеп, шеш күҙәнәктәрен юҡ итә, сәләмәттәренә зарар килтермәй. Пациенттарҙы үткәреү һәләте лә күпкә юғары”, – ти радиация онкологияһы бүлеге мөдире, медицина фәндәре докторы Фәһим Мофазалов.

Республикала яман шеште яңы технология буйынса дауаларға өйрәнделәр. Онкология диспансерында йыш ҡына пациенттарға ярҙам итеү буйынса "түңәрәк өҫтәл"дәр, ултырыштар үтә. “Химия булды, әммә беҙ айырылыштыҡ” Рәсәй проекты ла уңышлы тип табылды. Кешеләр аңында был сир яңғыҙлыҡ, үлем, ҡурҡыу тойғоһо менән ярашмаһын, йәшәүгә ынтылыш һүнмәһен өсөн табиптар шулай төрлө алымдарҙы ҡуллана, үҙҙәрен һәм сирҙе еңгән кешеләргә арналған фотокүргәҙмәләр ойоштора.

Башҡортостанда “онкология” профиле буйынса медицина ярҙамының өс кимәлле системаһы ойошторолған, һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән 13 амбулатор онкология ярҙамы үҙәге булдырылған. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған бурыстар ифрат ҙур. Айырыуса яман шеш сирҙәренән үлем осраҡтарын, хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың вафат булыу күрһәткестәрен кәметеү ауыр, ҡатмарлы эш. Һәр кемдең медицина хеҙмәтенән файҙаланыуын яҡшыртыу ҙа - көн ҡаҙағындағы мәсьәлә. Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу буйынса тармаҡта етди эш бара.

Һаулыҡ һаҡлау буйынса былтыр дәүләт программаһына индерелгән үҙгәрештәр беҙгә, Башҡортостанда йәшәгән һәр кемгә нимә бирәсәк?

“Бюджет ресурстарының иң ҙур өлөшө социаль өлкәгә һәм граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә. Бюджеттың социаль өлөшө – 70 процент тирәһе. Атап әйткәндә, 2023 йылға бюджетҡа үҙгәреш индергәндә “Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” программаһын финанслау яҡынса ике миллиард һумға арттырылды”, – тип әйтелде Хөкүмәт ултырыштарының береһендә. Бынан тыш, “онкология” профиле буйынса медицина ярҙамы күрһәтеүҙең план күләмдәрен арттырыу ҡарала, шулай уҡ табиплыҡ амбулаториялары, дөйөм табиплыҡ практикаһы үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары өсөн тиҙ төҙөлөүсе модулле конструкциялар алыу планлаштырыла. Республикала медицина документтарының берҙәм һанлы базаһы булдырылыуы, унда беҙҙә йәшәгән һәр кем тураһында мәғлүмәт һаҡланған дүрт миллиондан ашыу электрон медицина картаһы тупланыуы тармаҡтың эшмәкәрлеген үтә күренмәле итә. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, 600 миллиондан ашыу медицина ярҙамы күрһәтеү осрағы, тиҫтәләгән миллион лаборатор тикшеренеү, рецептар, электрон “больничный”ҙар барыһы ла бер базала! Система – медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн көндәлек эш ҡоралы, иң мөһиме - уның нигеҙендә сервистар һәм хеҙмәттәр эшләй.

”Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк программаһына ярашлы, республикала үлем күрһәткесенең 100 мең халыҡҡа 17,3 промилленән дә артмауы шарт. Медицина учреждениеларында иртә стадияла яман шеш осраҡтарының кәм тигәндә 56 проценты асыҡланырға тейеш. Сирлеләрҙең кәм тигәндә 70 процентының диспансер күҙәтеүендә булыуы мөһим. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин күрелгән  саралар һөҙөмтәһендә былтыр 11 ай эсендә яман шеш сирҙәренән үлем күрһәткестәренең элгәрге йыл менән сағыштырғанда 0,3 процентҡа кәмеүен белдерҙе. Был хәл диагностиканың һәм яман шештәрҙе асыҡлау кимәленең яҡшырыуы хаҡында ғына түгел, ә кешеләрҙең сәләмәтлегенә иғтибарлы, һиҙгер булыуы, ваҡытында диспансерлаштырыу үтеүе тураһында ла һөйләй.

Былтыр йәй Ядро үҙәгенең тәүге пациенттарын ҡабул итә башлауы республика өсөн ҙур ваҡиға булыуын дә әйтәйек. Бында һәр кем медицина страховкаһы буйынса ПЭТ/КТ позитрон-эмиссион томографында халыҡ-ара сифат стандарттарына ярашлы бушлай тикшереү үтә ала. Ул онкологик ауырыуҙарға берҙәм медицина ярҙамы күрһәтеүҙең мөһим звеноһы буласаҡ. Бөгөн бик күптәрҙең ғүмерен ҡотҡарған юғары квалификациялы белгестәребеҙ, алтын ҡуллы хирургтарыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Шулай ҙа һеҙҙең сәләмәтлегегеҙ – ул бары һеҙҙеке генә һәм һау булыуығыҙ яҡындарығыҙҙың, туғандарығыҙҙың бәхете һәм шатлығы икәнен онотмағыҙ.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-30/uty-a-ym-urynyna-tu-y-3124359

Утыҙ аҙым урынына – туғыҙ...
Утыҙ аҙым урынына – туғыҙ...
Автор:
Читайте нас: