Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Ғинуар 2023, 10:13

Европала йылы һыулы берҙән-бер комплекс Өфөлә төҙөлә

Үҙәк заманса стандарттар буйынса йыһазландырыла

Европала йылы һыулы берҙән-бер комплекс Өфөлә төҙөлә
Европала йылы һыулы берҙән-бер комплекс Өфөлә төҙөлә

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһында Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек сиктәрендә күләмле төҙөлөш эштәре дауам итә. Махсус программа объекттарының береһе – Ишкәкле слалом үҙәге. Төҙөлөш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк программаһына ярашлы бара.

Үҙәк заманса стандарттар буйынса йыһазландырыласаҡ. Унда спорт кәрәк-ярағын урынлаштырыу һәм һаҡлау өсөн эллингтар, кейем алмаштырыу бүлмәләре, тренажер залы буласаҡ. Киләсәктә ошо биләмәлә бөтә Рәсәйҙән спортсыларҙы ҡабул итеү өсөн административ һәм башҡа биналар һалыу күҙаллана.

250 метрлыҡ канал төҙөлөшө Өфөнөң Инорс биҫтәһендә былтыр уҡ башланған. Ул Йылы күл менән Ҡариҙел йылғаһын тоташтырасаҡ. Күлдән тура канал башланып, йылғаға шлюз асыласаҡ.

– Был Европала йылы һыулы берҙән-бер үҙенсәлекле комплекс буласаҡ. Унда төрлө кимәлдәге йыйындар һәм ярыштар уҙғарыу планлаштырыла. Үҙәк ҡышын да эшләйәсәк, – тине Байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү буйынса Олимпия резервындағы спорт мәктәбе директоры Артем Новиков.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ufacity.info/press

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/393274#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-30/evropala-yyly-yuly-ber-n-ber-kompleks-f-l-t-l-3124101
Европала йылы һыулы берҙән-бер комплекс Өфөлә төҙөлә
Европала йылы һыулы берҙән-бер комплекс Өфөлә төҙөлә
Автор:
Читайте нас: