Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Ғинуар 2023, 11:55

"Минең эшем" марафоны үтә

“Минең эшем” эшлекле марафонының көн тәртибе һәм ҡатнашыусыларҙы теркәү тәртибе менән мәҡәләлә күрһәтелгән һылтанмаларҙа таныша алаһығыҙ

"Минең эшем" марафоны үтә
"Минең эшем" марафоны үтә

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, 1 февралдән 28 февралгә тиклем Башҡортостанда тәүге тапҡыр "Минең эшем" эшлекле марафоны үтәсәк. Саралар республиканың алты ҡалаһында һәм ауылдарында ойошторола: Бөрө, Баймаҡ, Бәләбәй, Күмертау, Яңауыл һәм Үрге Ҡыйғы. Башҡортостан Республикаһының “Минең эшем” үҙәге Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙамы менән төбәк эшҡыуарҙары өсөн бушлай белем биреү проектын тормошҡа ашыра.

– Эшҡыуарҙарға ярҙам саралары даирәһен даими киңәйтәбеҙ. Беҙ бушлай күнекмәләр, консультациялар, белемдәрен яҡшырта алырлыҡ уйындар үткәрәбеҙ. “Минең эшем” эшлекле марафоны — ҡатнашыусыларға тейешле белем алыуҙан тыш, эшлекле таныштар даирәһен киңәйтергә мөмкинлек биргән яңы уҡытыу программаһы, — тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. 

Эшҡыуарҙар программа сиктәрендә бизнес-план төҙөү буйынса оҫталыҡ дәресен, эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы саралары буйынса кәңәштәр аласаҡ, эшҡыуарлыҡ нетворкингында ҡатнашасаҡ. Күнекмәләр тамамланғас, ҡатнашыусыларға яңы оҫталыҡ үҫешен раҫлаған танытмалар биреләсәк. 

Шулай уҡ һәр ҡалала эксперттар менән кәңәшләшеү, инвесторҙар менән осрашыуҙар һәм бизнесҡа дәүләт ярҙамының ағымдағы саралары тураһында мәғлүмәт биреү өсөн социаль селтәрҙәрҙә эшсе төркөмдәр ойоштороласаҡ. Марафонда ҡатнашыусыларҙың проекттарына ярҙам 15 мартҡа тиклем дауам итәсәк. 

 – Программаның төп маҡсаты – эшҡыуарҙарға мәшғүллектәрен башлағанда хәүефтәрҙе кәметеү һәм маҡсаттарына өлгәшергә мөмкинлек биргән ярҙам сараларын иҫәпкә алып, бизнес-план төҙөүҙә ярҙам итеү, — тине Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы директоры Вадим Үтәшев.

“Минең эшем” эшлекле марафонының көн тәртибе һәм ҡатнашыусыларҙы теркәү өсөн һылтанмалар:

1 февраль – Бөрө ҡалаһы (“TОK-центр Уникум”, Интернациональ урамы, 94А)

 https://oporarb.timepad.ru/event/2298859/

2 февраль – Яңауыл ҡалаһы (Азин урамы, 9А)  

https://oporarb.timepad.ru/event/2298927/

8 февраль – Бәләбәй ҡалаһы ("Минең эшем" үҙәге, Ленин урамы, 28)

https://oporarb.timepad.ru/event/2299983/

13 февраль – Баймаҡ ҡалаһы (Салауат проспекты, 34) 

https://oporarb.timepad.ru/event/2299985/

17 февраль – Үрге Ҡыйғы ауылы (Коворкинг үҙәге, Совет урамы, 14)

https://oporarb.timepad.ru/event/2299984/

28 февраль – Күмертау ҡалаһы (“Мой эшем” үҙәг, Горький урамы, 11) 

https://oporarb.timepad.ru/event/2299175/   

Тулы мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһының "Минең эшем" үҙәгенең "ҡыҙыу линияһы" буйынса алырға мөмкин: +7 (347) 224-99-99. 

Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектын (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ғәмәлгә ашырыу булышлыҡ итәсәк.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-27/mine-eshem-marafony-t-3120997
"Минең эшем" марафоны үтә
"Минең эшем" марафоны үтә
Автор:
Читайте нас: