Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Ғинуар , 14:49

Йәнә 10 предприятие етештереүсәнлекте арттырмаҡсы

Проектта төбәктәге бөтә тармаҡтарҙан 150 предприятие ҡатнаша.

Йәнә 10 предприятие етештереүсәнлекте арттырмаҡсы
Йәнә 10 предприятие етештереүсәнлекте арттырмаҡсы

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала ҡулланыусылар баҙарындағы 10 предприятие Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына (национальный проект “Производительность труда”) ҡушылды. Проектта төбәктәге бөтә тармаҡтарҙан 150 предприятие ҡатнашты, былтыр ғына унда 24 яңы предприятие ҡушылған.

– Сауҙа предприятиеларының системалы ярҙам сараларына, шул иҫәптән Республика компетенциялар үҙәге эксперттары тарафынан күрһәтелгән адреслы ярҙамға эйә булыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Бындай саралар милли проектта ҡатнашҡан предприятиеларҙа етештереү, логистика һәм идара итеү ғәмәлдәренең һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән. Бынан тыш, Республика компетенция үҙәге эксперттары милли проектта ҡатнашҡан предприятиеларҙың хеҙмәткәрҙәрен етештереүсәнлекте арттырыу алымдарына ла өйрәтәләр, – тине Алексей Гусев.

Башҡортостанда “Нерал-продукт”, “Акрос РБ”, “Константа” сауҙа-сәнәғәт палатаһы, “Пангея”, “Милк Трейд”, “Агронефтехим”, “Дельфин” йәмғиәттәре ҡатнаша.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: smartik.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/389108#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-24/y-n-10-predpriyatie-eteshtere-s-nlekte-arttyrma-sy-3117097
Йәнә 10 предприятие етештереүсәнлекте арттырмаҡсы
Йәнә 10 предприятие етештереүсәнлекте арттырмаҡсы
Автор:
Читайте нас в