Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Ғинуар 2023, 14:50

“Был хаҡта хыялланмай ҙа инек...”

Әйтеүе генә анһат, ике күрше ауылда йәшәгән 650 кеше тәүге медицина ярҙамы артынан Рәфәнделәге мейес ярҙамында йылытылған иҫке ағас йортта урынлашҡан пунктҡа йөрөргә мәжбүр булған.

“Был хаҡта хыялланмай ҙа инек...”
“Был хаҡта хыялланмай ҙа инек...”

Мишкә районында ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлгән ике яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты  эш башланы, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Татарбай һәм Рәфәнде ауылдары халҡы был төҙөлөштөң тамамланғанын түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Әйтеүе генә анһат, ике күрше ауылда йәшәгән 650 кеше тәүге медицина ярҙамы алыу өсөн Рәфәнделәге мейес ярҙамында йылытылған иҫке  ағас йортта урынлашҡан  пунктҡа йөрөргә мәжбүр булған.

 Ә Татарбайҙағы медицина пункты 1990 йылда төҙөлгән кирбес бинаның бер яғында урынлашҡан. 500-ҙән ашыу кешене ҡабул иткән бинала ҡышын һыуыҡ үҙәккә үткән, ә уңайлыҡтар тураһында һүҙ ҙә юҡ.

Хәҙер ауылдаштар  квалификациялы медицина ярҙамы алыу өсөн бөтә тейешле шарттар булдырылған кабинеттарға йөрөйәсәк. Ике бина ла тейешле коммуникацияларға тоташтырылған һәм ҡайнар һыу менән тәьмин ителгән.

“Кемдер фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылыуын иғтибарға ла алмаҫ, әһәмиәт тә бирмәҫ,  әммә ауыл халҡы был фекер менән килешмәйәсәк. Ауылдарҙың үҫеше ФАП кеүек социаль учреждениелар  төҙөлөшө менән тығыҙ бәйләнгән. Ниһайәт, Татарбай һәм Рәфәнде ауылдары халҡы уңайлы шарттарҙа дауалана, сәләмәтлеген хәстәрләй ала”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙә Мишкә районы хакимиәте башлығы Павел Трапезников.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла күҙәтеү системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:VK.com

Автор:Дина Арсланова

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-24/byl-ha-ta-hyyallanmay-a-inek-3117084

“Был хаҡта хыялланмай ҙа инек...”
“Был хаҡта хыялланмай ҙа инек...”
“Был хаҡта хыялланмай ҙа инек...”
Автор:
Читайте нас: