Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Ғинуар 2023, 10:12

Уңайлы шарттар һәләтте үҫтерергә булышлыҡ итә

Мәләүездәр милли проекттарҙа әүҙем ҡатнаша.

Уңайлы шарттар һәләтте үҫтерергә булышлыҡ итә
Уңайлы шарттар һәләтте үҫтерергә булышлыҡ итә

Мәләүез районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Мәләүез ҡалаһы һәм районының мәғариф учреждениелары милли проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡаланың 1-се балалар сәнғәт мәктәбендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) нигеҙендә музыка ҡоралдарын, йыһазды һәм уҡыу әҙәбиәтен яңырттылар.

2022 йылда “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты буйынса сәнғәт учреждениеһына 5,5 миллион һум бүленде. Уға сәнғәт мәктәбе өс “М. Глинка” пианиноһы, ике “Скандалли” һәм бер “Тула” баяны, “Горонок” фирмаһының ике скрипкаһын, ике саксофон һәм кларнет һатып алды. Шулай уҡ мәктәптең концерт залында тамашасылар өсөн ултырғыстар яңыртылды.

Мәләүездең сәнғәт мәктәбендә 741 бала, шул иҫәптән музыка бүлегендә 274 уҡыусы белем ала. Уҡытыусылар әйтеүенсә, сифатлы уйын ҡоралдары һәм уңайлы шарттар балаларҙың һәләтен үҫтерергә, төрлө бәйгеләрҙә еңеү яуларға мөмкинлек бирәсәк.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/385423#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-17/u-ayly-sharttar-l-tte-tererg-bulyshly-it-3108356
Уңайлы шарттар һәләтте үҫтерергә булышлыҡ итә
Уңайлы шарттар һәләтте үҫтерергә булышлыҡ итә
Автор:
Читайте нас: