Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Ғинуар 2023, 10:16

Мәктәп уҡыусылары һауа торошон өйрәнәсәк

Башҡортостан мәктәптәрендә “Һауа торошон алдан иҫкәрткән технологиялар” тигән дәрес буласаҡ.

Мәктәп уҡыусылары һауа торошон өйрәнәсәк
Мәктәп уҡыусылары һауа торошон өйрәнәсәк

Был тема Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һанлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика”) ҡуйған бурыстарға ярашлы, “Һан дәресе” Бөтә Рәсәй мәғариф проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

“Яндекс.Һауа торошо” ҙур мәғлүмәттәрҙе анализлап һәм яһалма интеллект ярҙамында минут һайын һауа торошон иҫәпләп сығара, ә сервис белгестәре фараздың аныҡлығын яҡшыртыу өҫтөндә эшләй. Беҙ балаларҙы ошо эш процесы менән таныштырабыҙ, заманса технологиялар һәм һөнәрҙәр тураһында һөйләйбеҙ”, – ти “Яндекс”тың мәғарифты үҫтереү буйынса директоры Сергей Бражник.

“Һан дәресе”ндә метеоролог, мәғлүмәттәр инженеры, аналитик, иҫәпләп сығарыу математикаһы белгестәре, машина өйрәтеүсеһе һәм проект менеджерының эш рәүешен аңлатасаҡтар.

Фото: “Башинформ”.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-17/m-kt-p-u-yusylary-aua-toroshon-yr-n-s-k-3108348
Мәктәп уҡыусылары һауа торошон өйрәнәсәк
Мәктәп уҡыусылары һауа торошон өйрәнәсәк
Автор:
Читайте нас: