Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Ғинуар 2023, 10:15

Ҡатнашығыҙ һәм еңеү яулағыҙ!

Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу өсөн ғариза йыялар.

Ҡатнашығыҙ һәм еңеү яулағыҙ!
Ҡатнашығыҙ һәм еңеү яулағыҙ!

Киң мәғлүмәт сараларынан төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге алдынғы тәжрибәләрҙе иң яҡшы яҡтыртыуға Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү бара. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм Биләмәләр үҫеше фонды VII “Төҙөлөш һәм үҫеш” тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсын ойоштора. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы алдынғы тәжрибәләрҙе яҡтыртҡан конкурсҡа ғаризалар 29 ғинуарға тиклем ҡабул ителә.

- Төбәктәге киң мәғлүмәт саралары был мөһим тармаҡтар тураһында һөйләр өсөн сәбәптәр күп. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен яҡтыртыу, шул уҡ ваҡытта республикала тормошҡа ашырылған проекттар һәм файҙаланылған алдынғы тәжрибәләр тураһында һөйләү мөһим, - тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Сарала федераль, төбәк һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары, шулай уҡ Рәсәйҙең төҙөлөш секторын, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комплексын яҡтыртҡан журналистар ҙа ҡатнаша ала.

10 номинация буйынса үткәрелгән конкурсҡа 2021 йылдың 1 октябренән 2022 йылдың 31 декабренә тиклем киң мәғлүмәт сараларында баҫылған һәм эфирға сыҡҡан материалдар ҡабул ителә.

Конкурсҡа ғаризалар электрон төрҙә www.смиконкурс.рф сайтындағы интерактив теркәү формаһын файҙаланып ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы быйыл февралдә үткәрелә. Бындай сараларҙы үткәреү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/511050/

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-17/atnashy-y-m-e-e-yaula-y-3108354
Ҡатнашығыҙ һәм еңеү яулағыҙ!
Ҡатнашығыҙ һәм еңеү яулағыҙ!
Автор:
Читайте нас: