Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Ғинуар 2023, 10:00

Юл асыҡ

Һөйөнөслө хәбәр бар.

Юл асыҡ
Юл асыҡ

Рәсәй Федерацияһында Президенттың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың (национальные проекты) төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә был йүнәлешкә етди иғтибар бүлә, төрлө уй-пландарҙы тормошҡа ашыра. Был юҫыҡта башҡортостандар, ғөмүмән, водителдәр өсөн һөйөнөслө хәбәр бар. “Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы” өр-яңы автомобиль юлында реконструкция эштәре тамамланды. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылынан алып Дыуан районының Таҙтүбә ауылына хәтлем арауыҡтағы автомобиль юлы йөрөү өсөн тулыһынса әҙер.

– “Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы” автомобиль юлы – төбәктәге иң эре проекттарҙың береһе, ул республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарын йылдам үҫтереүгә йүнәлтелгән, – тип яңыҡтары менән бүлештеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. – Бындағы юл төҙөлөшөнә тәүге көндәрҙән үк ныҡлап тотонғайныҡ, уңғандар тырышлыҡ күрһәтте, уның ваҡытында тамамланырына тамсы ла шик юҡ ине. Водителдәрҙең рәхмәтенең сиге юҡ хәҙер, ғөмүмән, кем был юлдан үтәсәк, барыһы ла шатлана. Әлбиттә, ошо юлды һалғанда заманса технологиялар ҡулланылды, ул тейешле талаптарға тура килтерелде.

Ысынлап та, оло проектты тормошҡа ашырыуға бихисап заманса юл-төҙөлөш техникаһы йәлеп ителгән, ә инде махсус техникаларҙың ике сменала эшләүе күпте һөйләй. Бик күптәр бында үҙенә эш табып ҡыуанды.

– Беҙ юлға бер нисә ҡатлам асфальт түшәнек, шулай уҡ асфальт-бетон ҡатнашмаһы һалдыҡ, шул уҡ ваҡытта бер нисә урында ашалған йәки ҡырып алынған ҡаяның ҡырсынташын бүтән урынға ташыныҡ, – тип һөйләй юлсылар. – Бер үк ваҡытта һыу ағып төшә торған урындарға ла торба һалып ҡалдырыу эштәрен тамамланыҡ, шулай уҡ бүтән эштәрҙе лә сифатлы башҡарҙыҡ. Аркалы күпер урынлаштырыуға ла, электр бағаналарын күсереп ултыртыуға ла һәр кем етди ҡараны. Ошо объектта ете аркалы күпер төҙөлдө. Оло Бирҙәш йылғаһы аша яңы күпер һалынды.

Фото: Башинформ.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-15/yul-asy-3105866
Юл асыҡ
Юл асыҡ
Автор:
Читайте нас: