Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Ғинуар 2023, 10:02

Сәйәхәтселәр күбәйә

Башҡортостаныбыҙҙан да йәмле һәм матур төбәк юҡ икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ.

Сәйәхәтселәр күбәйә
Сәйәхәтселәр күбәйә

Рәсәй Федерацияһында Президенттың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың (национальные проекты)   төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. Шул шатлыҡлы, милли проекттарҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май Указдарына ярашлы бойомға ашырыла.

Башҡортостан етәкселеге лә туризм йүнәлешенә етди иғтибар бүлә, төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, “Маршрут төҙөлгән” премияһының “Йыл ваҡиғаһы” номинацияһында Башҡортостан проекттары ла әүҙем ҡатнаша. Әйткәндәй, “Маршрут төҙөлгән” премияһы – “Комсомольская правда” медиатөркөмөнөң уникаль проекты, ул республикабыҙҙа эске туризмды һәм сәйәхәт итеүҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

– Беҙҙә туризм үҫеш юлында, сәйәхәтселәрҙең күп булыуы шатландыра, – тип һөйләй турист Әлиә Ҡарамырҙина. – Беҙ, мәҫәлән, ғаиләбеҙ менән сәйәхәт итергә яратабыҙ, һәр ваҡыт Башҡортостанда ялыбыҙҙы үткәрәбеҙ. Былтыр Ирәмәлде барып күрҙек, ошо сәфәрҙән һуң Башҡортостаныбыҙҙан да йәмле һәм матур төбәк юҡ икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзаловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, илебеҙ етәкселегенең аҡыллы сәйәсәтенә бәйле туризм тармағы йылдам үҫешә, туристарҙың һаны артҡандан-арта. 

Фото: https://krasivye-mesta.ru/bashkortostan

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-15/s-y-h-tsel-r-k-b-y-3105869
Сәйәхәтселәр күбәйә
Сәйәхәтселәр күбәйә
Автор:
Читайте нас: