Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Ғинуар 2023, 10:06

Гранттар яңы мөмкинлектәр аса

Фәндә  бейеклектәргә күтәрелеүҙе дауам итәбеҙ

Гранттар яңы мөмкинлектәр аса
Гранттар яңы мөмкинлектәр аса

 Евразия фәнни белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусылар 400 миллион һумға яҡын суммаға федераль гранттар аласаҡ. Ил Президенты  Владимир Путин ҡушыуына ярашлы, был аҡсалар прибор базаһын яңыртыуға йүнәлтеләсәк. Әйтергә кәрәк, был саралар "Фән” милли проекты (“Национальный проект “Наука”) сиктәрендә алып барыла. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә ошо турала яҙмаһы менән уртаҡлашты:

-Был юлы гранттарҙы фәнни ойошмалар ала: 340 миллион һум күләмендә федераль финанслау Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенә йүнәлтелә һәм 56 миллион һум Рәсәй фәндәр академияһының металдарҙың үтә һығылмалылыҡ проблемалары  институты аласаҡ.

 Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге алынған аҡса күләме буйынса тәүге өсәү лидерҙары рәтенә инде. Быйыл федераль ярҙам 130 миллион һумға артты. Ә Рәсәй фәндәр академияһының металдарҙың үтә һығылмалылыҡ  проблемалары  институты үткән йыл менән сағыштырғанда аҡсаны биш тапҡырға күберәк аласаҡ.

Өфө федераль тикшеренеү үҙәге аҡсаларҙың ҙур өлөшөн молекула-генетик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн йүнәлтә, ул биохимия һәм генетика институтында уҙғарыласаҡ. Геология процестарын өйрәнеү һәм яңы файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын асыҡлау өсөн үҙәк тау тоҡомдарының ҡеүәтле анализаторы  алынасаҡ. Химик кластер прибор базаһын полимер анализаторҙары менән яңыртасаҡтар.

Рәсәй фәндәр академияһының металдарҙың үтә һығылмалылыҡ  проблемалары  институты тулылансаҡ яңы ҡорамал яңы физик һәм механик үҙенсәлектәрҙе, материал структураһын  өйрәнергә мөмкинселек бирәсәк. Институт шулай уҡ заманса 3D принтерын һәм  атомлы көс микроскопын алыуҙы ла планлаштыра.  

Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең ғилми ойошмаларының прибор базаһын яңыртыу ғалимдарҙың тикшеренеү һөҙөмтәләрен яҡшыртасаҡ һәм яңы фәнни йүнәлештәр булдырырға булышлыҡ итәсәк.
 
  
 фото: Максим Забелиндың сәхифәһенән.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-13/granttar-ya-y-m-mkinlekt-r-asa-3104101
Гранттар яңы мөмкинлектәр аса
Гранттар яңы мөмкинлектәр аса
Автор:
Читайте нас: