Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Ғинуар 2023, 14:20

Өс йылда 300-гә яҡын медицина пункты төҙөләсәк

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының  маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Өс йылда 300-гә яҡын медицина пункты төҙөләсәк
Өс йылда 300-гә яҡын медицина пункты төҙөләсәк

Республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының ”Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы, медицина сифатын яҡшыртыуға ҙур аҡса бүленә. Былтыр, мәҫәлән, ун һаулыҡ һаҡлау объекты файҙаланыуға тапшырылды, шул иҫәптән Бөрө ҡалаһында, Саҡмағош ауылында поликлиника төҙөлдө. Яңы һигеҙ капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты пациенттарҙы ҡабул итте. Илеш районының Иҫке Туймазы һәм Дөмәй ауылдарында табиплыҡ амбулаториялары ҡалҡып сыҡты, авария хәлендәге  55 ФАП модулле конструкциялар менән алмаштырылды.

Айырыуса “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” һәм “Онкология сирҙәре менән көрәш” проекттарын тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бирелә. Был маҡсатҡа аҡса бүленгән һәм ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алынған. 2023-2025 йылдар эсендә 300-гә яҡын фельдшер-акушерлыҡ пункты  төҙөү планлаштырыла, шулай уҡ 351 модулле конструкция ҡуйыласаҡ, өс участка дауаханаһы һалынасаҡ. Быларҙың барыһы ла ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә булышасаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-10/s-yylda-300-g-ya-yn-meditsina-punkty-t-l-s-k-3099315
Өс йылда 300-гә яҡын медицина пункты төҙөләсәк
Өс йылда 300-гә яҡын медицина пункты төҙөләсәк
Автор:
Читайте нас: