Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Ғинуар 2023, 09:25

Бәләкәстәр өсөн ҡыуаныслы хәбәр бар!

Тағы кемдәр “Һөт кухняһы” тәҡдим иткән аҙыҡ-түлекте алыу хоҡуғына эйә? Ошо хаҡта тулыраҡ – яҙмала.

Бәләкәстәр өсөн ҡыуаныслы хәбәр бар!
Бәләкәстәр өсөн ҡыуаныслы хәбәр бар!

Дүртенсе йыл Башҡортостанда өс йәшкә тиклемге балаларҙы, йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындарҙы махсус аҙыҡ-түлек менән бушлай тәьмин итеү буйынса программа тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, йыл һайын “Һөт кухняһы”нан файҙаланыусылар һаны күбәйә, етештереү күләме арта һәм аҙыҡ-түлек төрҙәре киңәйә.

- Былтыр “Һөт кухняһы” дүрт миллион тоннаға яҡын һөттө эшкәртте. Һөҙөмтәлә бәләкәстәр өсөн 15 миллион порция һөт, йогурт һәм эремсек етештерелде. Башҡортостандағы 33 мең кеше бушлай туҡланды, - тип хәбәр итте республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Йыл һайын “Һөт кухняһы” план күрһәткестәрен арттыра. Быйыл льготаға эйә булған категорияға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан граждандарҙың ғаилә ағзалары ла ҡушылды. Бөгөн ошондай 430 кеше бушлай туҡланыу хоҡуғына эйә.

- Файҙаланыусылар һаны арһа ла, граждандарҙан килгән документтарҙы эшкәртеү ваҡытын ҡыҫҡартырға тырыштыҡ. Йыл аҙағына элекке ҡарау срогы ике тапҡырға кәмене. Хәҙер аҙыҡ-түлекте тиҙерәк алалар, - тине Алексей Гусев.

Тағы былтыр “Һөт кухняһы” яңы аҙыҡ-түлек әҙерләй башланы. Ул – бийод менән байытылған йогурт. Ул “Роспотребнадзор” ҡушыуы буйынса йод дефициты менән көрәшеү өсөн эшләнгән.

Башҡортостандың бушлай туҡланыу менән тәьмин итеүе башҡа төбәктәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра. Өҫтәүенә был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Деморгафия” милли проекты (национальный проект “Демография”) бурыстарын да тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: mygazeta.com

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-10/b-l-k-st-r-e-yuanysy-sik-e-3098833
Бәләкәстәр өсөн ҡыуаныслы хәбәр бар!
Бәләкәстәр өсөн ҡыуаныслы хәбәр бар!
Автор:
Читайте нас: