Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
14 Декабрь 2022, 07:46

Сибайҙа 600-сө бала тыуҙы!

Яҡты донъяға килгән малайға Әлим тип исем ҡушҡандар.

Сибайҙа 600-сө бала тыуҙы!Сибайҙа 600-сө бала тыуҙы!
Сибайҙа 600-сө бала тыуҙы!

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт юстиция комитетының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Сибай ҡалаһында йыл башынан 600-сө бала донъяға килгән. Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә ошо турала акт теркәлде.

Сабыйҙың исеме - Әлим Исмәғилев, ул 1 декабрҙә Белорет ҡалаһында Хәлил Иншар улы һәм Нәркәс Рәмил ҡыҙы ғаиләһендә тәүге бала булып тыуған.

- Икенсе УЗИ-ҙа малай тыуыуы тураһында белә инек инде, баланың енесе беҙҙең өсөн ул тиклем мөһим түгел ине, сөнки был - беҙҙең тәүге балабыҙ, - ти Нәркәс Рәмил ҡыҙы. - Исемде ирем менән бергә һайланыҡ. Бындай матур фотоальбом өсөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаровҡа, шулай уҡ иғтибарҙары өсөн ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт!

Ил Президентының май указы нигеҙендә тормошҡа ашырылған ”Демография” (национальный проект "Демография") милли проектына ярашлы, илебеҙҙә тыуымды арттырыу, сабыйҙар һаулығын хәстәрләү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә лә ғаиләләргә социаль ярҙам буйынса мөһим саралар ҡабул ителеүе хаҡында хәбәрҙарбыҙ.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге.

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-12-13/sibay-a-600-s-bala-tyu-y-3069163
Сибайҙа 600-сө бала тыуҙы!
Сибайҙа 600-сө бала тыуҙы!
Автор:
Читайте нас