Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
22 Ноябрь 2022, 06:14

Комсомолдар көтөп алды...

Халыҡ фельдшерға сирләгәс түгел, ә аурыуҙы иҫкәртеү өсөн дә мөрәжәғәт итер тип уйлайбыҙ",– тине Ҡариҙел дауаханаһының баш табибы Юнир Ғәлин  

Комсомолдар көтөп алды...Комсомолдар көтөп алды...
Комсомолдар көтөп алды...

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡариҙел районының Комсомол ауылында яңы, заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Иҫкеһе 1960 йылда уҡ төҙөлгән, мейес яғып йылытылған. Халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн уңайлы шарттар булдырылған: фельдшер кабинеты, ҡабул итеү, процедура, дарыуҙар һаҡлау бүлмәләре.  Яңы медицина учреждениеһы 400-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктына 21 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә булған Алла Яныбекова етәкселек итә.

– Хәҙер комсомолдар медицина ярҙамын уңайлы, заманса, хәүефһеҙ шарттарҙа аласаҡ. Халыҡ фельдшерға сирләгәс кенә түгел, ә уны иҫкәртеү өсөн мөрәжәғәт итер тип уйлайбыҙ,– тине Ҡариҙел дауаханаһының баш табибы Юнир Ғәлин.  

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаг шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Дина Арсланова

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-11-21/komsomoldar-k-t-p-aldy-3038851

Комсомолдар көтөп алды...
Комсомолдар көтөп алды...
Комсомолдар көтөп алды...
Автор:
Читайте нас