Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
16 Ноябрь 2022, 04:35

Микрокредитлауға ихтыяж ҙур

Быйыл 10 айҙа йүнселдәргә 292 яңы микрозаем бирелгән.

Микрокредитлауға ихтыяж ҙурМикрокредитлауға ихтыяж ҙур
Микрокредитлауға ихтыяж ҙур

Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан микрокредит компанияһы быйыл 10 айҙа эшҡыуарлыҡ субъекттарына 292 яңы микрозаем биргән, былтырғы ошо уҡ осор менә сағыштырғанда 33 процентҡа күберәк. Дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 433 миллион һумдан ашып киткән.

Мәғлүм булыуынса, йүнселдәрҙе микрокредитлау Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы тормошҡа ашырыла.

– Хәҙерге иҡтисади шарттарҙа микрокредитлауға ихтыяж ҙур. 1 ноябргә Башҡортостан микрокредит компанияһы республиканың 50 муниципалитетынан ғәмәлдәге 659 заемсыны хеҙмәтләндерә. Микрофинанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән төп клиенттар – сауҙа, шулай уҡ етештереү өлкәһендә эшләгән эшҡыуарлыҡ субъекттары, – тине эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Әле эшҡыуарлыҡ заемдары буйынса төп йыллыҡ ставка – алты, ә республиканың моноҡалаларындағы йүнселдәр өсөн ни бары 3,75 процент тәшкил итә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/496890/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/348869

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-11-15/mikrokreditlau-a-ihtyyazh-ur-3030114
Микрокредитлауға ихтыяж ҙур
Микрокредитлауға ихтыяж ҙур
Автор:
Читайте нас