Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Милли проекттар
16 Ноябрь 2022, 04:36

Бында спорт һөйөүселәр йәшәй

Сарала 24 ҡатын-ҡыҙ һәм 14 ир-егеттәр командаһы ҡатнашты.

Бында спорт һөйөүселәр йәшәйБында спорт һөйөүселәр йәшәй
Бында спорт һөйөүселәр йәшәй

Яңауыл районының “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексынан хәбәр итеүҙәренсә, районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына (национальный проект “Демография”) ярашлы, физик культура менән шөғөлләнеү, күмәк спортты үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыла.

Ошо көндәрҙә “Йәшлек” комплексында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар спорт фестивале гөрләп үтте. Спорт һөйөүсе иң әүҙемдәр бер майҙансыҡта йыйылды. Сарала 24 ҡатын-ҡыҙ һәм 14 ир-егеттәр командаһы ҡатнашты.

Фестивалде асыу тантанаһында ГТО нормаларын уңышлы тапшырғандар ГТО комплексы билдәләре менән бүләкләнде. Артабан спорт ярыштары башланды. Программаға дартс, йүгереү, һикереү, баскетбол кәрзиненә туп ырғытыу, пресс, эстафета һәм башҡалар инде. Һөҙөмтәлә көслө заттар араһында “ЯЭС” акционерҙар йәмғиәте, гүзәл заттар араһында лицей командаһы еңеү яуланы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/348509

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/348509

 

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-11-15/bynda-sport-y-sel-r-y-sh-y-3030244
Бында спорт һөйөүселәр йәшәй
Бында спорт һөйөүселәр йәшәй
Автор:
Читайте нас