Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Милли проекттар
15 Ноябрь 2022, 04:00

Йүнселдәргә видео монтажлау серен астылар

Рената Лоҡманова “Мобиль видеомонтаж” тигән темаға оҫталыҡ дәресе үткәрҙе

Йүнселдәргә видео монтажлау серен астыларЙүнселдәргә видео монтажлау серен астылар
Йүнселдәргә видео монтажлау серен астылар

Бәләбәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә ҡаланың “Минең бизнесым” үҙәге офисында эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр өсөн сираттағы сара үтте.

Спикер Рената Лоҡманова “Мобиль видеомонтаж” тигән темаға ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар видеоны монтажлау теорияһын һәм практикаһын өйрәнде, видеояҙманы социаль селтәргә урынлаштырыу, уны эшкәртеү ҡушымталары, видеоны мобиль һәм профессиональ төшөрөү үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәт алды. Оҫталыҡ дәресендә 20-гә яҡын кеше ҡатнашты. Уларҙың барыһына ла сертификат тапшырылды.

Сараны Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ агентлығы, “Минең бизнесым” үҙәге ойошторҙо.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: belebey-mr.ru/press/news/8588/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/347605

 

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-11-14/y-nseld-rg-video-montazhlau-seren-astylar-3028963
Йүнселдәргә видео монтажлау серен астылар
Йүнселдәргә видео монтажлау серен астылар
Автор:
Читайте нас