Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Милли проекттар
14 Ноябрь 2022, 04:05

Тәүге һанлы стоматология кабинеты асылды

Һанлы технология кадрҙар менән тәьмин итеүҙе яҡшыртасаҡ  

Тәүге һанлы стоматология кабинеты асылдыТәүге һанлы стоматология кабинеты асылды
Тәүге һанлы стоматология кабинеты асылды

Өфөләге 7-се балалар  стоматология  поликлиникаһында республикалағы беренсе булып асылған һанлы стоматология кабинеты эш башланы. Бында стоматология яҙмалары һәм контроль-диагностика моделдәрен һанлаштырыу үткәрелә, виртуаль планлаштырыу һәм  ортопедик конструкцияларҙы ЗD- мисәтләү башҡарыла.

 – Был  мөһим эш – һанлы стоматология технологияларын индереү– республика стоматологияһының дәүләт секторында тәүге аҙым.  Технология теш протездарын юғары сифатлы әҙерләү, теш техникаһы лабораторияһына мәғлүмәттәрҙе йәһәтерәк тапшырыу һәм теш протездары әҙерләү срогын ҡыҫҡартыу  өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Шулай уҡ персонал  һаны ла кәмейәсәк, был дефицитлы кадрҙар менән тәьмин итеүҙе яҡшыртасаҡ, – тине стоматология поликлиникаһының баш табибы Руслан Ғәлиев.

Поликлиникала меңдән ашыу клиник-диагностик гипс теш моделдәрен электрон рәүештә һаҡлауға күсереү башланған. Һанлы технологиялар менән эш итергә белгән кадрҙар әҙерләү көн ҡаҙағында торған бурыстарҙың береһе булып ҡала.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: fb.ru

Автор:Дина Арсланова
Тәүге һанлы стоматология кабинеты асылды
Тәүге һанлы стоматология кабинеты асылды
Автор:
Читайте нас