

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы уҡыу йылында район мәктәптәрендә яңы хеҙмәткәрҙәр – директорҙың тәрбиә һәм балалар йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшселәре эшләй башланы. Улар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект "Образование") “Бала саҡ навигаторҙары 2.0” бөтә Рәсәй конкурсы нигеҙендә эшләй.
Ҡырмыҫҡалы районында проектта 17 мәктәп ҡатнаша. Ике ай дауамында кәңәшселәр балаларҙы әүҙем эшмәкәрлеккә йәлеп итеү, ижади һәләттәрҙе асыу йәһәтенән мөһим эш алып бара. Мәктәптәрҙә акциялар, кинолекторийҙар, интерактив уйындар, ижади осрашыуҙар һәм башҡа саралар үткәрелә. Уларға райондан биш меңдән ашыу уҡыусы йәлеп ителде.
Күптән түгел Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда тәүге эш йомғаҡтары буйынса кәңәшмә булды. Кәңәшселәр башҡарылған эш тураһында һөйләне, эш алымдары менән уртаҡлашты, бурыстар һәм уларҙы үтәү юлдары буйынса фекер алышты. Муниципаль координатор Әлфиә Шәрәфиева әйтеүенсә, директор кәңәшселәренең төп бурысы ҡыҙыҡлы һәм сағыу дерәстән һуң эшмәкәрлек ярҙамында баланың шәхесен үҫтереү, уңышлы социалләштереү, йәштәрҙе “Рәсәйҙең уҡыусылар хәрәкәте”нә йәлеп итеү.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/347019
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/347019