

Яңыраҡ Салауат ҡалаһындағы дауаханаға ауыр хәлдә 63 йәшлек ҡатындың килтерелеүен, кисектергеһеҙ медицина ярҙамы бригадаһының электрокардиограмма алып, тәүге ярҙамды күрһәтеүен һәм дауаханаға килтерелеүен хәбәр иткәйнек. Диагноз етди - киҫкен инфаркт.Пациентҡа ашығыс рәүештә коронарография үткәрелә, артерияларға стент индерелә. Ҡатмарлы операциянан һуң хәҙер ҡатын үҙен яҡшы тоя. Заманса ҡорамалдар һәм професси наль оҫталыҡ ярҙамында табиптар бик күп ғүмерҙәрҙе шулай һаҡлап ҡала.
Республика кардиология үҙәге белгестәренең техник яҡтан бик ҡатмарлы үпкә артерияһы тромбоэмболияһы диагнозы ҡуйылған пациентҡа экстрен рәүештә операция яһап, уны үлемдән ҡотҡарыуҙары тураһында ла ишетеп беләбеҙ. 42 йәшлек ирҙе ашығыс ярҙам бригадаһы кардиология үҙәгенә килтерә. Пациент кинәт тын ҡыҫылыуына, хәлһеҙлеккә, ныҡ тирләүгә зарлана. Табиптар уны ҡарағандан һуң үпкә артерияларының тромбоэмболияһы, тәрән тамырҙар тромбозы тигән диагноз ҡуя. Бынан бер йыл элек пациенттың коронавирус инфекцияһын кисереүе асыҡланған. Вирус инфекцияһының өҙлөгөүҙәргә дусар итеүе лә ихтимал. Ауырыуҙың ғүмере ҡыл өҫтөндә булғанлыҡтан, хирургтар тәүәкәлләргә, операция яһарға ҡарар итә. Әмәлиәт ике сәғәт тирәһе дауам итә. Янбаш тамырындағы тишем аша үпкә артерияларына инструменттар индерелә. Махсус баллон ярҙамында артерияларҙы ҡабартып, аралыҡты киңәйтәләр. Шул арҡала үпкә аша ҡанды ҡыуҙырыу буйынса йөрәккә төшкән көсөргәнеш кәмей. Пациент операция өҫтәлендә ятҡанда уҡ хәле яҡшырғанын тоя, тын ҡыҫылыуы бөтә. Был операция техник яҡтан үтә ҡатмарлы һәм артерияларҙы тишеү хәүефе көслө. Шуға күрә уны ғүмере ҡыл өҫтөндә булған ауырыуҙарға яһайҙар. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең йыш осраусы һәм күп ғүмерҙәрҙе ваҡытынан алда ҡыйыусы етди ауырыу икәне бөтә донъяла билдәле.Шуға күрә үлем осраҡтарын кәметеү, пациенттарҙың ғүмер оҙайлығын арттырыу өҫтөндә даими эш алып барыла.
Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы ,“Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” төбәк программаһы тормошҡа ашырыла. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем осраҡтарын кәметеү, сирлеләрҙең махсус медицина ярҙамынан файҙаланыуын арттырыу өсөн эшләнә. Республика кардиология үҙәгендә йыл һайын 16 меңдән ашыу операция һәм тикшереү үткәрелә. Башҡортостан биләмәһендә туғыҙ төбәк ҡан тамырҙары үҙәге, алты беренсел ҡан тамырҙары бүлексәһе һәм бер шәхси ҡан тамырҙары үҙәге бар. Республика кардиология үҙәге табиптары дистанциянан тороп, пациенттарҙың торошон контролләй. Кардиология үҙәгендә 2021 йылда йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефенә идара итеү үҙәге ойошторола. Уға йыл һайын ете меңдән ашыу электрокардиограмма тапшырыла. Үҙәк табип –кардиологтары йыл һайын ситтән тороп дүрт меңдән ашыу консультация үткәрә, ә табип-пациент рәүешендә 1 700-ҙән ашыу ҡабул итеү ойошторола. Өс кимәлдәге йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефенә идара итеү үҙәге пациенттарҙы торошон дөрөҫ баһаларға һәм сирҙең аҙыу сәбәптәрен асыҡларға мөмкинлек бирә. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, йылдан-йыл дауаханалар яңы ҡиммәтле медицина ҡорамалдары менән тулылана бара, һөҙөмтәлә диагностика яҡшыра, операциялар өҙлөгөүҙәрһеҙ үтә. Сирҙең тәүге билдәләрен тойоу менән табипҡа мөрәжәғәт итеү күп ауыр хәлдәрҙән ҡотҡарып ҡаласаҡ, ғүмерегеҙҙе һаҡлаясаҡ. Хәҙер бының өсөн заманса медицина мөмкинлектәре етерлек.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.