Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
1 Ноябрь 2022, 09:54

Контейнерҙар тирә-яҡ мөхитте һаҡларға ярҙам итәсәк

Өфөгә 400 контейнер, Стәрлетамаҡҡа – 316, Сибай, Салауат һәм Октябрьскийға 300-шәр биреү ҡаралған. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Контейнерҙар тирә-яҡ мөхитте һаҡларға ярҙам итәсәкКонтейнерҙар тирә-яҡ мөхитте һаҡларға ярҙам итәсәк
Контейнерҙар тирә-яҡ мөхитте һаҡларға ярҙам итәсәк

Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу буйынса контейнерҙар һатып алыуға конкурс иғлан итте. Был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә булдырылған “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) сиктәрендә башҡарыла.

Һатып алыу өсөн 172,15 миллион һум бүленә. Контейнерҙар республиканың 63 муниципалитетында ҡуйыласаҡ. Был осраҡта Өфөгә 400 контейнер, Стәрлетамаҡҡа – 316, Сибай, Салауат һәм Октябрьскийға 300-шәр биреү ҡаралған. Улар урынлаштырыласаҡ майҙандар барыһы ла ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы туплау урындары исемлегенә индерелә.

Бынан алда ла ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыуға 168,7 миллион һумлыҡ федераль субсидия бүленгәйне.

Фото: БР  Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу министрлығы сайтынан.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-11-01/konteyner-ar-tir-ya-m-hitte-a-lar-a-yar-am-it-s-k-3011665
Контейнерҙар тирә-яҡ мөхитте һаҡларға ярҙам итәсәк
Контейнерҙар тирә-яҡ мөхитте һаҡларға ярҙам итәсәк
Автор:
Читайте нас