

Салауат ҡалаһы дауаханаһында бөр төркөм йәш белгестәрҙе эшкә ҡабул итеү хөрмәтенә тантаналы сара үткәрелде.
– Тәүге эш урыны ғүмерлеккә иҫтә ҡала. Беҙҙең дауаханаға эшкә ҡабул ителеү тураһында хеҙмәт кенәгәһендәге яҙмағыҙ берҙән-бер булыр, тип өмөтләнәм. Йыл һайын коллектив йәшәрә бара. Былтыр 24 белгесте эшкә ҡабул иттек, ә быйыл – 30. Һеҙгә уңыштар теләйем! – тине дауахананың баш табибы Илшат Яппаров.
Йәш белгестәрҙе баш табип урынбаҫары Ирек Баҡыев ҡотланы. Ул да заманында Салауат медицина училищеһын тамамлаған.
– Хеҙмәттәштәр, һеҙ беҙҙең коллективтың төп өлөшө, иңегеҙгә ҙур бурыс алаһығыҙ. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем, шулай ҙа яратҡан шөғөлдәрегеҙҙе лә онотмағыҙ! – тине етәксе.
Традиция буйынса колледж студенттарының анты яңғыраны, уларға гөлләмәләр һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Йәштәргә шулай уҡ тулы хоҡуҡлы хеҙмәткәрҙәр икәндәрен раҫлаған символ – асҡыс тапшырылды.
Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү – көн ҡаҙағында торған бурыстарҙың береһе. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, медицина тармағының тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-10-24/yshanysyby-y-sh-k-st-r-3000680