Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
20 Октябрь 2022, 06:18

Колледжда ремонт әүҙем бара

Эште йыл аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.

Колледжда ремонт әүҙем бараКолледжда ремонт әүҙем бара
Колледжда ремонт әүҙем бара

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан ауыл хужалығы профессиональ колледжында капиталь ремонт дауам итә. Эш октябрь башында башланғайны. Объектты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы, Өфө ҡалаһынан “Спецстройсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөкләндерә.

Әле бинала иҙәндәрҙе, электр сымдарын һүтеү тамамланып килә. Бер үк ваҡытта стеналарҙы тигеҙләйҙәр, йөҙләйҙәр. Ошо көндәрҙә иҙән һала башламаҡсылар. Тиҙҙән ишектәрҙе, һыу үткәргесте, санузелды ремонтлау күҙаллана. Иң һуңынан бинаның фасадын көпләү, йылытыу планлаштырыла.

Мәғлүм булыуынса, ремонт эштәре уҡыу корпустарында, дөйөм ятаҡта, ашханала башҡарыла. Колледжды төҙөкләндереүгә 70 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Эште йыл аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/332391

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/332391

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-10-19/kolledzhda-remont-em-bara-2995403
Колледжда ремонт әүҙем бара
Колледжда ремонт әүҙем бара
Автор:
Читайте нас