Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
20 Октябрь 2022, 06:40

Асҡындар өмәлә дәррәү ҡатнаша

“Йәшел Башҡортостан” акцияһының көҙгө этабы 24 сентябрҙә башланғайны. 

Асҡындар өмәлә дәррәү ҡатнашаАсҡындар өмәлә дәррәү ҡатнаша
Асҡындар өмәлә дәррәү ҡатнаша

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектын (национальный проект “Экология”) тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторолған экологик өмәләр үткәреүгә йомғаҡ яһалды. Башҡарылған эш тураһында йәшәйеште тәьмин итеү бүлеге начальнигы, баш архитектор Илгиз Вәсфиев хәбәр итте.

– Өмәләрҙә ҡатнашҡан һәм районыбыҙҙы тәртипкә килтерергә ярҙам иткән һәр кешегә ҙур рәхмәт, – тине ул. – Быйыл көҙ “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы барышында Асҡын районында 250-нән ашыу ағас ултыртылды. Үткән аҙнала сираттағы, 19-сы экологик өмә ойошторолдо. Унда 15 ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты, биләмәләрҙе тәртипкә килтерҙе, яр буйҙарын сүп-сарҙан таҙартты.

Мәғлүм булыуынса, “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһының көҙгө этабы 24 сентябрҙә башланғайны. Ошо көндәрҙә генә республикабыҙҙа 14 меңдән ашыу ағас, 47 меңдән ашыу ҡыуаҡ һәм башҡа үҫентеләр ултыртылды.  Киләһе шәмбе, 22 октябрҙә, районда сираттағы өмә үткәрелә. Унда 650-нән ашыу ағас үҫентеһе ултыртыу күҙаллана.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/333744

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/333744

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-10-20/as-yndar-m-l-d-rr-atnasha-2996342
Асҡындар өмәлә дәррәү ҡатнаша
Асҡындар өмәлә дәррәү ҡатнаша
Автор:
Читайте нас